

Бында билдәле Беларусь брендтары продукцияһы, шул иҫәптән туҡыма изделиелары, һауыт-һаба, өй кейеме, интерьер дизайны өсөн тауарҙар тәҡдим ителә. Өфөләге магазин Рәсәйҙә Екатеринбург һәм Новосибирскиҙан ҡала өсөнсө сауҙа селтәре нөктәһе булды. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда 80-гә яҡын сауҙа объекты Беларусь Республикаһында етештерелгән продукцияны һатыуға махсуслаша. 2023 йылда Өфөлә Рәсәйҙә беренсе булып "Коминтерн" Беларусь тегеү фабрикаһының фирма магазины эшләй башлай.
Радий Хәбиров улар менән хеҙмәттәшлекте дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Глава РБ.