

Күптән түгел генә башланып китһә лә, бер нисә көн эсендә Ырғыҙлы урта мәктәбенең Ғәҙелгәрәй филиалында, ауыл мәҙәниәт йортонда байтаҡ саралар үтте.
Бөгөн Майғандағы паркка Республика көнөн ҡаршылауға арнап, ағас ултыртыу өмәһе ойошторолоп, ауыл халҡы шул тиклем ихлас ҡатнашты.
Мәктәп коллективы, уҡыусылар, ағинәйҙәр, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, ғөмүмән, ауыл халҡы тиҙ арала Бөрйән урман хужалығынан килтерелгән ҡарағай үҫентеләрен ултыртып сыҡты.Үҫентеләр менән ярҙам иткән «Бөрйән урман хужалығы» дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Рәзиф Юлай улына һәм «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Косарев Михаил Николаевичка, цистерна менән һыу килтереп ярҙам итеүҙәре өсөн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Кейекбай ауыл хәкимиәте башлығы Азамат Ғәйфулла улының үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы булды.
Ултыртҡан ағастар ерегеп үҫһен, ауылдаштарыбыҙ имен - һау йәшәһен, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, " Айыҡ ауыл " конкурсында еңергә насип булһын, тигән изге теләктәрҙә таралышты ғәҙелгәрәйҙәр!
Флүрә ЙОМАҒУЖИНА.