Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2025, 07:30

Ауыл халҡына рәхмәт!

Учалы районы Оҙонгүл ауылы ирекмәндәре етмеш өсөнсө маскировка селтәрен бәйләй.

Ауыл халҡына рәхмәт!Ауыл халҡына рәхмәт!
Ауыл халҡына рәхмәт!

- Был һалдаттарға... тере ҡалһындар өсөн, - тип маскировка селтәрен бирелеп үргән дүрт йәшлек Әмирхан Сәйәров етди һәм яуаплы егет. Ул бер кемгә лә иренеп, ялҡауланып йөрөргә ирек бирмәй. Селтәрҙе үрергә килмәй ҡара, икенсе көнөнә үк уның алдында яуап тоторға тура киләсәк:

- Нишләп кисә килмәнегеҙ? 

Һуңлағанды ла яратмай талапсан Әмирхан:

- Нимә һуңлап йөрөйһөгөҙ?

Бер көндө инәһе Әмирханды өйҙә ҡалдырып, ҡасып тигәндәй мәктәпкә киткән. Балаҡайы иһә дәғүә-үпкәһен йөкмәп, артынса йүгереп килеп тә еткән:

- Ниңә мине ҡалдырып киттең?!

 Селтәр үрергә бармаған көндө, нишләп бармайбыҙ, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдергән, иртәнсәктән, уй, өлгөрмәйем, шәберәк барыр кәрәк, тип йүгерекләгән кескәй ирекмәндең ихласлығына, шәплегенә, зирәклегенә һоҡланып бөтә алмай өлкәндәр. “Өлкән” тигәндәрем – Учалы районы Оҙонгүл ауылының әүҙем ирекмәндәре Рита Юлдашева, Гөлсәсәк Алтынбаева, Рәйсә Ғатауллина, Мәнфүзә Ливенцева, Гөлнәзирә Тонких, Виктория Абдулова, Гөлнур Юлдашева, Лилиә Родионова, Әнүзә Сәйәрова, Ләйсән Баязитова.

325 йыллыҡ тарихы булған бәләкәй генә ауылда магазин да, фельдшер-акушер пункты ла, клуб менән мәктәп тә юҡ. Ләкин унда мәсет бар - аҙан тауышы Оҙонгүл менән күрше Озерныйҙы ла иман нурына сорнап, яман көстәрҙән аралап, көн һайын яңғырай. Ерле халыҡ тыйнаҡ тәбиғәтле, эшһөйәр, аралашыуҙа ябай булыуы менән билдәле. Илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителеү менән оҙонгүлдәр гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индерә, ир-егеттәре ил һағына баҫа. Бер йыл элек ауыл әүҙемдәре ул саҡтағы староста, оҫта ойоштороусы, тынғыһыҙ йөрәкле Мәнфүзә Ливенцева етәкселегендә маскировка селтәрҙәрен бәйләргә, окоп шәмдәрен әҙерләргә тотона.

- Гөлнур Юлдашева, Гөлнәзирә Тонких, Светлана Ғарипова менән бергә рудникка маскировка селтәрен бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресенә барҙыҡ, - тип һөйләй Мәнфүзә Зиннәт ҡыҙы. – Учалының "Тыл хеҙмәтсәндәре" төркөмөнөң етәксеһе, беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына туплаған Рәмилә Мәүлит ҡыҙы Фәйрүзова тарафынан ойошторола ул дәрестәр. Өйрәнеп ҡайтыу менән кәрәк-яраҡҡа аҡса йыя башланыҡ. Фидан Мәжитов станокты эшләп бирҙе лә, август айында эшкә тотондоҡ. Йәй көнө элекке мәктәп бинаһында үрәбеҙ, һыуыҡтар башланыу менән минең икенсе - иҫке өйөмә күсәбеҙ. Ҡыҙҙар килгәнгә тиклем уны көн һайын яғып йылытам, таҫмалар ҡырҡып әҙерләп ҡуям.

Изге эште башлаған мәлдә кем нимә етмәй, шуны өйөнән ташыған: иҫке-моҫҡо әйберҙәрҙе лә, яңы кейемдәрҙе лә, урын кәрәк-ярағын да таҫмалар итеп ҡырҡып, балыҡ ауына бәйләгәндәр. Маскировка селтәрҙәрен миҙгеленә ҡарап, төрлө төҫтәрҙә үрәләр: ҡышҡыһын – аҡтан, йәйгеһен – йәшелдән, яҙлы-көҙлө – ала-ҡоланан.

- Тәүге көндәрҙә бик күптәр йөрөһә лә, тора-бара иң ныҡлылар ғына ҡалды, - тип йылмая Мәнфүзә апай.

- Һыуыҡҡа бирешмәүселәр ҡалды, - тип өҫтәй Рәйсә Ғатауллина.

– Шәмбе-йәкшәмбе генә ял итәбеҙ, башҡа көндәрҙә дүрт-биш ҡатын даими йөрөйбөҙ, - ти 42 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған Гөлсәсәк Алтынбаева. - Тәүге тапҡыр селтәрҙе бәйләй башлағанда, йөрәк әллә нишләп китте, күҙгә йәштәр тулды. Үҙеңдең ниндәй ҙур, яуаплы эш башҡарғаныңды тойоуҙан...

Селтәрҙәрҙе үргәндә, ошо маскировка һалдаттарҙы – кемдеңдер ғәзиз улын, ҡәҙерле атаһын, һөйөклө ирен, яҡынын ҡотҡарһын инде, тип изге теләктәр теләй-теләй, ҡул йылыһын, йөрәк тибешен ҡуша таҫмаларға шәфҡәтле ҡатын-ҡыҙҙар. Гуманитар йөктәрҙе, беҙҙең ыңғай энергетика батыр уландарҙы ҡалҡан кеүек һаҡлаһын, тип оҙаталар МХО зонаһына.

Лилиә Ишмөхәмәт ҡыҙы шәмдәр эшләп, күңеленә тыныслыҡ ала:

- Быға тиклем Магнитогорск ҡалаһында эшләнем, унан ялға ғына ҡайтыла, селтәр бәйләшергә өлгөрмәй ҡалам, шуға йөрәк әрней... Өйгә ҡайтып, мейесте яғып ебәргән саҡта, беҙҙең һалдаттар унда һыуыҡ окоптарҙа өшөп ултыра, уларға, исмаһам, окоп шәмдәрен эшләйем әле, тигән уй килде башҡа. Маркетплейстан 25 килограмлыҡ парафин һатып алдым, Сәүиә исемле ҡатын консервалар бирҙе, фитилдәрҙе ҡырҡып әҙерләнем. Тәүҙә интернеттан ҡарап эшләнем. Аҙаҡ Мәнфүзә апай шәм эшләү буйынса оҫталыҡ дәресендә булып ҡайтҡас, уңайлыраҡ эшләү ысулын күрһәтте. Аҙна һайын 20-25-шәрҙе эшләп ебәреп торам, бер юлы 58-ҙе лә эшләгәнем бар. Хәҙер шәмдәр һаны ике йөҙҙән ашты.

Лилиәнең ире, хаҡлы ялдағы Виктор Родионов, бөтә эштә лә ҡатынына ярҙам итә, изге ниәтте лә күтәреп алған. Йәшерәк булһам, үҙем илде һаҡларға сығып китер инем, тигән уҙаман селтәргә таҫмалар ҙа ҡырҡыша, Иштуған Азаматов менән бергә икенсе станокты ла эшләп биргән, ҡоро утын да килтереп ауҙарған: “Һыуыҡ бинала өшөйһөгөҙ бит, унда Лилиә һеҙҙең өсөн ныҡ борсола...” Анатолий Тонких менән Фәиз Юлдашев та утын килтереп, ирекмәндәрҙе ҡыуандырған.

- Бында килмәйенсә, өйҙә нимә эшләп ултыраһың?! - Рәйсә апай таҫманы бәйләгәндән һуң, һәр береһен һөйгәндәй һыйпай. – Миңә берәү, аҡса, ваҡыт әрәм итеп йөрөйһөгөҙ, ә ул селтәрегеҙ аҙаҡ ҡалма булып ятып ҡала, барыбер ташлайҙар, тине. Маскировка селтәре – ҡәҙерләп-һаҡлап йөрөтә торған нәмә түгел, ә “расходный” материал, тип яуапланым: ошо селтәр бер генә һалдатты булһа ла, дрондан ҡотҡарһа, эшебеҙ бушҡа түгел!

- Ысын шулай, - тип йөпләне уны Лилиә Родионова. – Ут аҫтында йөрөгән һалдат мылтығын алып йүгерһенме, әллә селтәрҙе ысҡындырып ҡаңғырһынмы?! Ятып ҡалһын әйҙә, күпме кәрәк, шунса эшләрбеҙ, һуғыш ҡына тиҙерәк бөтһөн, яугирҙарыбыҙ имен-аман ҡайтһын.

Һалдаттар яҙмышына битараф ҡалмай, ил һаҡсыларын хәстәрләгән, еңеүҙе яҡынайтҡан мәрхәмәтле йөрәкле, егәрле Оҙонгүл ирекмәндәренең һәр береһенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

Яңыраҡ Учалыла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе бүләкләнеләр. Рәйсә Ғатауллина, Рита Юлдашева, Гөлнәзирә Тонких, Лилиә Родионова, Гөлнур Юлдашеваның фиҙаҡәр хеҙмәте ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ҡырҡ дүрт кеше "Тыл хеҙмәтсәндәре" миҙалына лайыҡ булып, уларҙың береһе - Мәнфүзә Ливенцева.

- Был наградала ауылым әүҙемдәренең, башҡа ауылдаштарымдың өлөшө ҙур, - тине Мәнфүзә Зиннәт ҡыҙы. – Мәҫәлән, ҡайһы бер ир-егеттәр ай һайын, эш хаҡын алыу менән, аҡса күсереп тора, кемдер әйберләтә бирә, кемдер күстәнәстәр йыйыша. Сажиҙә Түләбаева - ике, Ғамил Ғарипов бер кер йыуыу машинкаһын ебәрҙе һалдаттарға. Абыстай Гөлшат Ғарипова гелән таҫтамал, һабындар, Рита Юлдашева йәшник-йәшник тәм-томдар бирә, Гөлсәсәк бөйөрөктәр бешерә, дарыуҙар әҙерләй, Гөлнур Юлдашева менән мин һалма ҡырҡам... Таҫмалар ҡырҡып биргән Ләйсән Баязитова алты мең һум аҡса күсергәйне, шул суммаға дарыуҙар, яраларҙы бәйләү материалдары алып ебәрҙем. Оҙонгүл, Озерныйҙан МХО-ла ҡатнашҡан егеттәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан саҡта, маскировка селтәрҙәрен, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек биреп ебәрергә тырышабыҙ. Әле тағы гуманитар йөк туплайбыҙ. Рәйсә Ғатауллина - ике тоҡ бәрәңге, Тәғзимә Хәсәнова борщ, рассольник, ҡайнатмалар килтерҙе лә инде. Һуңғы ваҡытта кәрәк-яраҡҡа аҡса йыйыу ауырлашты. Шулай ҙа, тамсынан күл йыйыла!

Фото: М.Ливенцева, автор.

Ҡышҡы күмәк фото.

Рита Юлдашева, Рәйсә Ғатауллина, Виктория Абдулова, Гөлнәзирә Тонких, Гөлсәсәк Алтынбаева.

Рәйсә Ғатауллина, Гөлсәсәк Алтынбаева, Мәнфүзә Ливенцева, Лилиә Родионова.

Лилиәнең ҡулында окоп шәмдәренең сираттағы партияһы.

Әмирханға күҙ теймәһен!

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.

 

Ауыл халҡына рәхмәт!
Ауыл халҡына рәхмәт!
Ауыл халҡына рәхмәт!
Ауыл халҡына рәхмәт!
Ауыл халҡына рәхмәт!
Ауыл халҡына рәхмәт!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас