Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2025, 16:00

ҠАРТЛЫҠ

Күмгел-күкһел тамырҙары бүрткән Өлкән ҡулын һалып тубыҡҡа, Әллә ҡайҙа ҡараштарын төбәп Ауыр һулап ала юҡ-юҡта.

ҠАРТЛЫҠҠАРТЛЫҠ
ҠАРТЛЫҠ

Күҙен йомоп йылмайыуға сума –
Ғашиҡ сағын иҫкә алғандыр,
Баш сайҡаған ыңғайына баҫып,
Кире ҡолай аҡ сәс-ҡылғандар.

 

Өйөп ҡуйған ҡаралтылар ише
Һыр өҫтөнә ятҡан һырҙары
Әллә ҡайҙа була бер тынаға
Тыңлағанда “Юлдаш” йырҙарын.

 

Шатлығын да, ҡайғыһын да хәҙер
“Э-эй-й-й”, – тигән бер һүҙ аңғарта.
Ойой биреп, сеймәлеп тә бөткән
Ғүмер ебен ҡабат тағата.

 

“Аллаһ-Аллаһ”, – тиеп билен тотоп
Үҙенә көйә, үҙен шелтәләй,
Баһаһыҙ ғына ҡарап башҡаларға
Эскәмйәлә ултыра көлтәләй.

 

Ҡояш көлтәһеләй яҡты ғына
Арыған һыны инде еп-еңел.
Тик уйҙары ғына арыу тарта,
Ауыр тарта ҡарҙай аҡ күңел.

 

Ап-аҡ, эйе, тик фәрештә түгел,
Үкенестәр хатта бер арба.
Уйҙан уйылып күңеле ҡыуарһа ла,
Теләге юҡ биҙәп-буярға.

 

Бөгөнөнә тыныс баға ала,
Үҙ үткәне ҡиммәт үҙенә,
Ҡарт ҡулдары көҙгөгә үрелә лә
Тертләп китә сабый күҙенән,
Тертләп китә сабый күҙенән...

 

(Гөлнара Хәлфетдинова)

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас