

Ҡапыл ҙур ғына ҡәберлек өҫтөндә туҡталдым. Ҡаҙан һымаҡ соҡор тирәләй ут яна, уның төҫөн аңлата алмайым. Ҡайҙандыр шул утҡа имәнес заттар нимәләрҙелер ташлай, тегеләре шыуышып кире үрмәләргә, сығырға маташа. Илау-һыҡтау, ыңғырашыу, үкереү тауыштары ҡолаҡты яра. Бер аҙҙан теге көс артабан осорҙо ла сәскә-гөлдәр ҡаплаған урында туҡталдым. Бындағы матурлыҡты тел менән тапшырыу мөмкин түгел: тыныслыҡ, яҡтылыҡ, тыныс ҡына уҡылған Ҡөрьән аяттары ишетелә. Ап-аҡтан кейенгән заттар бер төрлө йәштә, ҙурлыҡта. Ашығыу тигән нәмә юҡ, һәр кем нимә менәндер мәшғүл. Инде шул урынға төштөм тигәндә, медсестраның фәрештә тауышы менән: “ Апай, үлеп терелдегеҙ бит... “, - тигән тауышынан аңыма килдем.
Хәҙер мин был донъянан башҡа икенсеһенең дә барлығын яҡшы беләм. Элек ошо хаҡта һөйләһәләр, әкиәт тип көлөп кенә ҡуя инем.
Сәүиә ЕЙӘНСУРИНА.
Сорғот ҡалаһы.
Ҡушыл беҙҙең ТГ каналға: Telegram: View @yukatelephon