

«Йерба мате» сәйенең бер стаканы организмға ныҡ зыян килтерә, йәғни ул бер юлы йөҙ тәмәке тартыуға тиң. Ғалимдарҙың мәғлүмәте буйынса, был популяр көньяҡ Америка эсемлегендә яман шеште тыуҙырыусы матдәләрҙең юғары концентрацияһы бар.
Мате йыш ҡына сәләмәт туҡланыу магазиндарында һатыла һәм дәртләндереүсе һөҙөмтәһе өсөн ҡулланыла, әммә уны эсеү хәүефле.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, даими рәүештә өс тапҡыр сәйҙе ҡулланыу алты төр яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра. Хәүеф зонаһында үпкәләр, шулай уҡ аш һеңдереү системаһы ағзалары – ашҡаҙан, аш һеңдереү юлы, эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бауыр бар.
Төп хәүеф факторы –ҡайнатыу ысулы. Иң күп канцерогендар сәй япраҡтарын 65 градустан юғары температуралы ҡайнар һыу менән тултырғанда бүленеп сыға.Тап шулай итеп эсемлекте Көньяҡ Америкала традицион ысул менән әҙерләйҙәр.
Шул уҡ ваҡытта ғалимдар сәйҙәге матдәләрҙең генә түгел, ә юғары температураның да зарарлы булыуын билдәләй.
60 градустан эҫе булған һәр эсемлек аш һеңдереү юлы лайлаһын зарарлай, уны канцерогендарға нығыраҡ дусар итә. Был хәүеф «Мате»ға ғына түгел, ә бөтә ҡайнар сәйҙәргә лә ҡағыла.
Башҡортостанда булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе беҙҙең Telegram каналға ҡушылып күҙәтегеҙ: https://t.me/yukatelephon