

Әбйәлил районының Асҡар ауылында «Берлек» ирекмәндәр төркөмө штабы һәм теген цехы тантаналы асылды.
Ҡыҙыл таҫманы ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Радмир Әминев менән теген цехы асыу хыялы менән янған Дилә Ғәлиуллина киҫте.
"Берлек" төркөмө ҡуртымға алған бинаны цех итеп үҙгәрткән. Бында улдары махсус хәрби операцияла батырҙарса
һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре Дилә Ғәлиуллина, Динә Солтанова, Әлфиә һәм Вәзир Ғиләжевтар йыйған 200 мең
һум аҡсаға алынған кәрәк-ярағы менән дүрт теген машинкаһы ҡуйылған.
Ошонда уҡ Радмир Мөбәрәк улы эшләгән маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн станок һәм кейем бесеү өҫтәле лә урын алған. Бында яугирҙәргә толстовка, балаклава,дрондан һаҡлаусы юрғандар, ойоҡбаштар тегергә планлаштыралар. Цехты асыу уңайынан "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы ветерандары Бикә Нөғәмәнова һәм Фәймә Хәлитова ла ветерандар исеменән туҡыма һатып алыуға тип аҡсалата ярҙам тапшырҙы. Яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр
тегеүҙә, селтәр үреүҙә, шулай уҡ аҡсалата ярҙам итеп, һәр кем еңеүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Штаб көн һайын 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.