Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октябрь 2025, 15:35

"Барлыҡ сиктәр беҙҙең башыбыҙҙы ғына,ә мөмкинлек сикләүҙәрендә түгел"

Билдәле яҡташыбыҙ, блогер Рөстәм Нәбиев сираттағы еңеүе менән уртаҡлашты. Ул Башҡортостан республикаһы буйынса үтән бодибилдингта еңеүсе.

"Барлыҡ сиктәр беҙҙең башыбыҙҙы ғына,ә мөмкинлек сикләүҙәрендә түгел""Барлыҡ сиктәр беҙҙең башыбыҙҙы ғына,ә мөмкинлек сикләүҙәрендә түгел"
"Барлыҡ сиктәр беҙҙең башыбыҙҙы ғына,ә мөмкинлек сикләүҙәрендә түгел"

- Был минең тәүге сығышым, һәм беләһегеҙме, ҡатмарлы ғына булды. Иң ауыры — үҙеңде формаға килтереү. Һәм был физик ҡына түгел, ә эске күңел торошо тураһында.

Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн әлбиттә маҡсат кәрәк.

Был тәжрибә минең өсөн асылыш булды. Еңеү өсөн түгел, ә үҙемде һынап ҡарау өсөн ҡатнаштым.

Дөрөҫөн әйткәндә, бодибилдингҡа әҙерлек ауырыраҡ бирелә. Эшләргә ярамаған күнегеүҙәрҙе көйләргә, үҙгәртергә тура килә! Шуны әйтә алам, мөмкинлектәрем сикле булыуы урау юлдар эҙләргә, көслөрәк булырға этәргес һәм теләһә ниндәй сиктәрҙең дә бары тик беҙҙең башыбыҙҙа ғына булыуын аңларға мәжбүр итте.
Тренерым Владислав Морозовҡа рәхмәт, уның миңә бүлгән ваҡыты баһалап бөткөһөҙ, - ти Рөстәм.
Әйткәндәй, Рөстәм әле бодибилдинг буйынса Рәсәй ярышына әҙерләнә. Уның еңеүенә ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!!!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас