Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октябрь 2025, 08:00

AЙ ЙОЛА, алға!

Донъя кимәленә күтәрелгән AЙ ЙОЛА төркөмө солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Адель Шәйхетдинова яңыраҡ үҙенең Telegram-каналында уны телде белмәүҙә тәнҡитләүселәргә мөрәжәғәт баҫтырып сығарғайны. Йөрәк түренән сыҡҡан, аҡыл ҡеүәһе менән һуғарылған ихласлыҡтан ғибәрәт ине ул яҙма. 

AЙ ЙОЛА, алға!AЙ ЙОЛА, алға!
AЙ ЙОЛА, алға!

Һылыу, талантлы башҡорт ҡыҙы үҙенең телде өйрәнеү тәжрибәһе, был юҫыҡта тәүге аҙымдар яһаусыларға ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында яҙҙы.

Башҡорт телендә һөйләшкәндә акценты булыуын, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәүен таный Адель. Тәнҡит тулы комментарийҙарҙы күреп, кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай, телде белеүҙе өҫтөнлөк, ҙур уңыш, тип һанай. Йырсының, берәүҙәр тыумыштан туған тел мөхитендә үҫә, тәрбиәләнә, ә кемделер был бәхет урап үтә, һәм телде яңы ғына өйрәнә башлағандарҙы һис тә ғәйепләргә ярамай, киреһенсә, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк, тигән һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Туған телде белеп үҫмәгәнен, әммә әлеге ваҡытта уны өйрәнеү процесында булыуы хаҡында яҙған йәш ҡыҙ, нәҡ Башҡортостандың рухи ҡиммәттәре һәм бай мәҙәниәте уны телде өйрәнергә, ижад итергә рухландырыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Туған телде өйрәнеүҙә тәүге аҙымдар яһаған кешеләргә ҡарата һаҡсыл ҡараштың мөһимлеген, мыҫҡыллауҙарҙың ауыр яралауын, кәртәләр ҡуйыуын, уларҙы еңеп үтеүгә сикһеҙ ҙур көс талап ителеүен белдерә.

AY YOLA солисы башҡортса һөйләшергә оялған, хаталар яһауҙан ҡурҡҡан кешеләрҙең тарихын уҡыуын яҙҙы һәм уларҙың һәр береһенә ярҙам итергә теләген белдерҙе, ҡурҡмаҫҡа, туҡтамаҫҡа, акценттан оялмаҫҡа саҡырҙы. Уның фекеренсә, иң мөһиме - алға барыу, бер-береңә ярҙам итеү һәм традицияларҙы киләсәк быуындарға тапшырыу: "Агрессия һәм хөкөм итеү ярҙам итмәй. Әммә ярҙам һәм илһам барыһын да үҙгәртә ала. Ижадығыҙ беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы башҡорт телен өйрәнергә этәрҙе, тигән яҙыуҙар - минең өсөн иң ҙур бәхет. Бына шуның өсөн дә алға барырға кәрәк!" Был 

Мөрәжәғәткә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла битараф ҡалманы:

- Һомай йырының феноменаль барлыҡҡа килеүенең беренсе көнөнән алып туған тел сафлығы тураһында дискуссия тынмай, - тип яҙҙы Эльвира Ринат ҡыҙы. - Ҡәҙерле дуҫтар, саф әҙәби телде һаҡлаусылар, һеҙ, Ай Йола төркөмө солисы яҙғанса, ысынлап та, бик бәхетле: "Телде белеү - ул өҫтөнлөк. Ҙур уңыш! Кемдеңдер ғаиләһендә ул тыуғандан бирле бар, ә кемдеңдер - юҡ".

Башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләлә тыуыу, тел мөхитендә йәшәү, туған телдә уҡыу, әммә шарттар төрлө. Һәм күптәр телде һуңыраҡ үҙләштерә, был уларҙың башҡорт халҡының бер өлөшө булыу мөмкинлеген кәметмәй.

Әйҙәгеҙ, халыҡты "ысын башҡорт"ҡа һәм төрлө критерийҙар буйынса был билдәләмәгә тура килмәгәндәргә бүлеүҙән туҡтайыҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров халҡыбыҙға мөрәжәғәтендә әйткәнсә, үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кемдең башҡорт булырға хоҡуғы бар. Әйҙәгеҙ, туған телдәрҙе яратайыҡ, өйрәнәйек, үҫтерәйек, күп милләтле илебеҙҙең үҙенсәлекле тел төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ынтылайыҡ. Үҙҙәренең ижады менән Ай Йола меңәрләгән кешене башҡорт телен өйрәнергә рухландырҙы, был бик яҡшы! Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт! Бөтә донъя хәҙер беҙҙең телдең моңло яңғырашын белә. Аделяны тыңлап, күптәр оялыуҙан, әйтелештә хаталанырға ҡурҡыуҙан туҡтаны һәм башҡортса йышыраҡ һөйләшә башланы, ә телде өйрәнеүҙә тәжрибә кәрәк. Төркөм ил буйлап гастролдәргә юллана, һәр ҡалала уларҙы башҡорт ҡоролтайы активистары көтә, һөйләү телмәрен нығытыу өсөн бик ҡулай. Алға, Ай Йола!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, AY YOLA төркөмө Рәсәй буйлап гастролдәргә юллана. Ural Batyr альбомын презентациялау туры 10 октябрҙә Силәбелә башлана. Тур сиктәрендә AY YOlA "Урал-батыр" китабын уйната.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас