Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октябрь 2025, 16:15

Ағай-энеле китте төрмәгә

Өфөлә ашығыс ярҙам бригадаһына һөжүм иткән ике бер туғанды хөкөм иттеләр.

Ағай-энеле китте төрмәгәАғай-энеле китте төрмәгә
Ағай-энеле китте төрмәгә

Өфөлә 38 һәм 42 йәшлек ағалы-ҡустылы ике кеше ҡорал сифатында ҡулланылған предметты ҡулланып, хулиганлыҡ ҡылыуҙа ғәйепле, тип танылды. Бөгөн уларға хөкөм ҡарары сығарылды, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.

Судта билдәләүҙәренсә, ағымдағы йылдың апрелендә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре саҡырыу буйынса бер туғандар йәшәгән Тыныслыҡ урамындағы күп фатирлы йортҡа килә. Иҫерек килеш бер ир ғауға ҡуптара, медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта һәм бысаҡҡа тотона. Ирҙәр медицина хеҙмәткәрҙәре артынан урамға сыға һәм бысаҡ менән янап, хеҙмәт автомобиленә бысаҡ менән бер нисә тапҡыр һуға.

Суд, дәүләт ғәйепләүсеһенең позицияһын иҫәпкә алып, уларҙы дөйөм һәм махсус режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияларына өс йылға иркенән мәхрүм иткән.

Фото: скриншот 

Ағай-энеле китте төрмәгә
Ағай-энеле китте төрмәгә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас