Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Октябрь 2025, 03:55

Шок! Канализация шахтаһында ике эшсе үлеп ятҡан

  Ҡот осҡос хәл Өфөлә яңыраҡ була.

Шок! Канализация шахтаһында ике эшсе үлеп ятҡанШок! Канализация шахтаһында ике эшсе үлеп ятҡан
Шок! Канализация шахтаһында ике эшсе үлеп ятҡан

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Был хаҡта ведомствонан хәбәр иттеләр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, подряд ойошмаһы хеҙмәткәре Менделеев урамында төҙөлөп ятҡан күп фатирлы йорт эргәһендәге канализация шахтаһына төшөү ваҡытында аңын юғалтҡан. Коллегаһы уға ярҙам итергә маташа, әммә ул да аңын юғалта. Ваҡиға урынына килгән табиптар реанимация сараларын күрә, әммә ул уңышһыҙ була. Эшселәр  газ парын һулап ҡолап төшкән тигән фараз бар.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас