Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Октябрь 2025, 16:00

Рәнйетеп бала үҫтермә

Рәнйетеп бала үҫтермә, Рәнйеш төшөр үҙеңә. Ауыр һүҙ әйтерҙән алда Ҡара балаң күҙенә.

Рәнйетеп бала үҫтермәРәнйетеп бала үҫтермә
Рәнйетеп бала үҫтермә

Ҡарғап үҫтермә баланы,
Ҡарғыш ҡайтыр үҙеңә.
Донъя – ҡуласа, ҡалырһың
Шул баланың иңенә.

 

Һуғып үҫтермә баланы,
Йөрәктә ҡалыр йөйө.
Балаң яраһы үҙеңдә
Һыҙлар ғүмерең буйы.

 

Илатып бала үҫтермә,
Ер-һыу илар ер үҙе.
Ул бала бит – һинең ғәзиз
Йәнеңдең игеҙәге.

 

Зөһрә Ҡотлогилдина.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас