Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2025, 09:17

Республикала уңыш йыйыу һөҙөмтәләре яҡшы

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың ауыл хужалығы культураларын урып йыйыу барышы тураһында докладын тыңлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл аграрийҙарыбыҙҙың яҡшы уңыш алыуын билдәләне.

Республикала уңыш йыйыу һөҙөмтәләре яҡшыРеспубликала уңыш йыйыу һөҙөмтәләре яҡшы
Республикала уңыш йыйыу һөҙөмтәләре яҡшы

Бөгөнгө көнгә республикала бөтәһе 1 миллион 543 мең гектарҙан ашыу , йәғни 74 процент урып йыйылған . Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып-йыйыу эштәре тамамланған тиерлек. Яҡынса 78 мең гектарҙы йыйырға кәрәк . Тулайым һуғылған иген 3 миллион 650 мең тонна самаһы тәшкил итә, уртаса уңыш гектарынан 27,4 центнер тәшкил итә, ә 2024 йылда ул 21,7 центнер тәшкил итә. Уҙған йылда 3,2 миллион тонна иген һуғылған. Ағымдағы көнгә дүрт районда иген йыйыу тамамланған, республиканың 39 районында 90 проценттан ашыу, туғыҙ районында 70 проценттан ашыу уңыш йыйылған. Бер шартлы мал башына 25,6 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән, был пландың 100,6 проценты. 1,3% күберәк бесән йәки 676 мең тонна, 6% күберәк сенаж йәки 1 млн 182 мең тонна әҙерләнгән. Әлеге көнгә 943 мең тонна йәки планға ҡарата 84% силос һалынған.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас