Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2025, 06:15

Ҡот осҡос! Күп ҡатлы йорт тәҙрәһе алдында яңы тыуған сабыйҙың мәйете табылған

 Үҫмер бала тапҡан һәм  сабыйын тәҙрәнән ташлаған.

Ҡот осҡос! Күп ҡатлы йорт тәҙрәһе алдында яңы тыуған сабыйҙың мәйете табылғанҠот осҡос! Күп ҡатлы йорт тәҙрәһе алдында яңы тыуған сабыйҙың мәйете табылған
Ҡот осҡос! Күп ҡатлы йорт тәҙрәһе алдында яңы тыуған сабыйҙың мәйете табылған

 

Пермь крайының Березники ҡалаһында фатир тәҙрәләре аҫтында яңы тыуған сабыйҙың мәйете табыла. Баланың әсәһенә күптән түгел генә 16 йәш тулған, атаһы тағы ла кесерәк – 14 йәштә. Был хаҡта «Аргументы и Факты» яҙа.

Баланың әсәһе үҙенең йөклө булыуын белмәүе хаҡында әйткән. Ҡыҙҙың ата-әсәһе лә уның балаға уҙыуын аңламаған. Ләукин күптәр бығы ышанмай, бының булыуы мөмкин түгел, тип һынай.

Яңы тыуған баланың мәйете табылғас, уның 16 йәшлек әсәһен «Ашығыс ярҙам» менән дауаханаға оҙатҡандар. Унда ул бер дуҫ ҡыҙы менән яҙышҡан. Бала тапҡас паникаға бирелеүен, сабый илай башлар һәм өйҙәгеләр ишетер тип ҡурҡып, уны тәҙрәнән ташлауы хаҡында яҙған.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас