Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2025, 11:00

Хәтәр шәп концерт көтә!

10 октябрҙә республикабыҙҙа беренсе тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнә. Шул айҡанлы Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле үҙенең концертына саҡыра!

Хәтәр шәп концерт көтә!Хәтәр шәп концерт көтә!
Хәтәр шәп концерт көтә!

Тамашала башҡорт илен данлаған халыҡ йырҙары, боронғо хәрби походтарҙа яңғыраған марштар, бейеү көйҙәре, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған заманса музыка һәм өр-яңы әҫәрҙәр яңғыраясаҡ.
Бай эстәлекле сағыу программала шулай уҡ ҡурай моңона ҡушылып оҫта йырсылар йырлар, дәртле бейеүселәр осҡон сәсрәтеп бейер.

Художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов.
Музыкаль етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков.
Концерттың режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.
Тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ!
Халҡыбыҙҙың моңло ҡурайын данлаған концертҡа дәррәү килегеҙ, дуҫтар!
«Башҡортостан» концерт залында көтөп ҡалабыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас