

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантаналы сара 5 октябрҙә билдәләнәсәк халыҡ-ара Уҡытыусылар көнөнә арналды.
“Һәр уҡыусының тормошта ниндәй юлды һайлауы, уңышы һеҙҙең белемгә һәм оҫталыҡҡа бәйле. Һеҙҙең арымай-талмай эшләүегеҙ – дәүләт әһәмиәтендәге хеҙмәт. Тап ул башлыса республиканың һәм илдең киләсәген билдәләй.
Һеҙ балаларҙы фән нигеҙҙәренә өйрәтәһегеҙ, уларға талантын, үҙ аллы фекерләү, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтен асырға ярҙам итәһегеҙ. Иң яҡшы әхлаҡи һәм патриотик миҫалдарҙа илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләйһегеҙ. Һеҙ тәрбиәләгән илһөйәрҙәр бөгөн Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлап алғы һыҙыҡта йөрөй”, – тине ул тәбрикләү сығышында.
Радий Хәбиров Башҡортостанда уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү өсөн республика Хөкүмәте тарафынан күп эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне. Республика етәксеһе уҡытыусыларға намыҫлы хеҙмәте, сабырлығы, балаларҙы эскерһеҙ яратыуы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, илһам, рәхмәтле уҡыусылар, яңы һөнәри ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләне.
Төбәк етәксеһе ҡулынан 50-нән ашыу уҡытыусы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре “ исемен алды.
Йәрмәкәй районының Исламбахты мәктәбенең рәсем һәм черчение уҡытыусыһы Зөлфиә Ғиләзева 35 йыл мәктәптә уҡыта. Уның уҡытыусылары – Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар призерҙары.
“Өфөнөң 2-се һанлы педагогия училищеһын тамамлап, мәктәптә уҡыта башлағайным. Шунан алып эшемдән айырылғаным юҡ. Мәғариф системаһында эшеңдең һөҙөмтәһен күреү өсөн балаларҙы яратып эшләргә кәрәк. Хеҙмәтемде дәүләт наградаһы менән баһаларҙар , тип көтмәгәйнем дә. Уҡытыусыға ҙур бәхет – уҡыусыларымдың хөрмәте, рәхмәте. Тимәк, минең хеҙмәтем бушҡа булмаған, тип уйлайһың” , – ти “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булған Зөлфиә Фәнис ҡыҙы.
Бөрйән районының Яңы Собханғол мәктәбе директоры Факил Кинйәбаев бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡулынан “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемен алды.
Белорет педагогия училищеһын , һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, туған мәктәбендә эшләүенә уның 30 йыл. Белем усағының етәксеһе уҡыусыларға тарих фәненән дә белем бирә.
Ғәлиә Мөхәмәтйәнованың исеме һәр кемгә таныш. Педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың элекке мәғариф министры бөгөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды.
Дүрт тиҫтә йылға яҡын башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән, күп дәреслектәр авторы булған Мәғарифты үҫтереү институтының элекке хеҙмәткәре Фәниә Сынбулатова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.