

Быйыл фестивалдә республиканың 63 районынан һәм ҡалаһынан 2,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
– Бөгөн йәнә беҙҙең ҡәҙерле ветерандарҙың күңел йәшлегенә, ижади дәрт-дарманына һоҡланабыҙ. Жюри фестиваль майҙандарында 400-ҙән ашыу ижади сығышты ҡараны. Артистарҙың оҫталығы артыуын күрәбеҙ, улар сығыштарын, костюмдар әҙерләүгә бөтә көсөн һала. Район һәм ҡала хакимиәттәренең, Ветерандар советының ҡушылыуы фестивалдең оҙаҡ йәшәренә өмөт уята, – тине БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса 54 башҡарыусы еңеүсе тип табылды, ике коллективҡа – Белорет районының Рус йырҙары халыҡ хорына һәм Дәүләкән районының район Мәҙәниәт йортоноң һынлы оркестрына гран-при тапшырылды. Иң яҡшы концерт программаһы һәм «2025 йыл – совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә 80 йыл» темаһын тулыһынса асҡан өсөн Балтас районының ижади коллективы махсус призға лайыҡ булды.
Рух ныҡлығы гала-концрт программаһында ғына түгел, ветерандарҙың тормошонда ла сағылыш таба – улар «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика программаһының бик күп изге проектының идея авторы булып тора. Ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашалар, яңы белемгә ынтылалар, сәйәхәт итәләр. Быны коллективтар тарафынан әҙерләнгән бай ҡул эштәре күргәҙмәһендә лә күрергә мөмкин ине. Оҫталыҡтары һәм алтын ҡулдары өсөн фестиваль сәхнәһендә халыҡ оҫталары Благовещен районынан Ғабдулла Әхмәтшин менән Бишбүләк районынан Светлана Ғиззәтуллинаны бүләкләнеләр.