Был турала бойороҡҡа республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуя. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Бойороҡҡа ярашлы, 1 октябрҙән 31-енә тиклем республикала Башҡортостан биләмәһендә граждандар оборонаһын ойоштороуға һәм алып барыуға берҙәм ҡараш формалаштырыу, уның йәмғиәттә ролен күтәреү буйынса саралар үткәрелә. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына айлыҡ планын әҙерләргә һәм 26 сентябргә тиклем ведомстволарға һәм муниципалитеттарға ебәрергә ҡушылды. Улар аҙна һайын граждандарҙы яҡлау хеҙмәте менән үткәрелгән саралар тураһында отчет бирәсәк.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240