Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2025, 14:00

Был хат килһә, аса күрмәгеҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар, почтағыҙға йәки социаль селтәр аша Роскадастр исеменән хат килһә - асып та тормай, юйығыҙ, кәрзингә ырғытығыҙ! Ялған хаттарҙы мутлашыусылар ебәрә.

Был хат килһә, аса күрмәгеҙ!Был хат килһә, аса күрмәгеҙ!
Был хат килһә, аса күрмәгеҙ!

Муттар даими рәүештә яңы алдаҡ схемаһын уйлап таба.

Мәҫәлән, Башҡортостандың Роскадастр мәғлүмәттәре буйынса, улар ведомствоның исеменән ялған белдереүҙәр тарата башлаған.

Ялғанды нисек танырға?  

Хаттар шикле адрестан килә: info@bagamaster.ru (был Роскадастрҙың рәсми адресы түгел)

Хатта аныҡ ҡына мәғлүмәт тә, рәсми реквизиттар ҙа юҡ (документтың номеры, яуаплы кешенең ҡултамғаһы һ.б.).

Ғәмәлдәрҙе тиҙ генә башҡарырға ашыҡтыралар, "мәғлүмәтте асыҡлау өсөн" күрһәтелгән номерға шылтыратырға тәҡдим итәләр.

Граждандарға бындай хаттарҙа күрһәтелгән номерҙарға шылтыратмаҫҡа; шикле хаттарҙан һылтанмалар буйынса инмәҫкә; шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм документтар мәғлүмәттәрен бирмәҫкә кәңәш итәбеҙ.

- Әгәр ошондай хат алһағыҙ, уға яуап бирмәгеҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына мутлашыу тураһында хәбәр итегеҙ. Был мәғлүмәтте туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ, бигерәк тә ололар менән! - тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар ведомствола.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас