

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итте.
Башҡортостан Республикаһы делегацияһының "ИННОПРОМ. Белоруссия" сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыуы республикалар араһында ике яҡлы сәнәғәт хеҙмәттәшлеген нығытыу процесында мөһим этап булып тора. Троллейбустарҙы берлектә етештереү буйынса был проект Рәсәй-Беларусь инициативаларының юғары һөҙөмтәлелеген һәм перспективалылығын күрһәтә, улар беҙҙең илдәр иҡтисадының артабанғы үҫешенә һәм интеграцияһына булышлыҡ итә, − тип билдәләне Александр Шельдяев.