Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2025, 05:10

Бәхетһеҙ осраҡтар йыш теркәлә

2025 йылдың башынан Башҡортостандың төҙөлөш майҙансыҡтарында һигеҙ эшсе һәләк булған.

Бәхетһеҙ осраҡтар йыш теркәләБәхетһеҙ осраҡтар йыш теркәлә
Бәхетһеҙ осраҡтар йыш теркәлә

Һигеҙ айҙа бөтәһе 20 бәхетһеҙ осраҡ тикшерелгән, уларҙың күбеһе бейеклектән ҡолау арҡаһында булған, тип хәбәр итә төбәктең Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.

   Былтыр  25 бәхетһеҙ осраҡ, шул иҫәптән туғыҙ үлем осрағы теркәлгән. Ведомствола фажиғәләрҙең төп сәбәптәре тип системалы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы: эштең насар ойошторолоуы, технологик процестарҙың камил булмауы һәм эшселәрҙең хәүефһеҙлек сараларын күрмәүен  атанылар.

   БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина билдәләүенсә, зыян күргәндәрҙең 30 проценты рәсми рәүештә эшкә алынмаған булған. Бындай хеҙмәткәрҙәрҙе рәсмиләштереү һәм уларға компенсация алыуҙа ярҙам итеү өсөн ведомство суд тикшереүен башларға мәжбүр булған.

   Йыш осраған фажиғәләрҙән ҡыйыҡтарҙан , лифт шахталарынан, бейеклектә эшләү өсөн ҡуйылған яйланмаларҙан  ҡолап төшөү йыш күҙәтелә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас