Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2025, 12:45

Хужабикәгә кәңәш

Табаны сәй төпрәһе менән һөртһәң, ундағы балыҡ һәм һуған еҫе тиҙ бөтә.  

Хужабикәгә кәңәшХужабикәгә кәңәш
Хужабикәгә кәңәш

 

 Боҙола башлаған итте һуған менән ҡыҙҙыралар. Ул ит еҫен бөтөрә һәм тәмләндерә.

 Теләһә ниндәй бутҡаны тиҙ һәм еңел генә бешереп алырға теләһәгеҙ, кистән ҡайнар һөткә һалып ҡалдырығыҙ, һыуға һалһағыҙ ҙа ярай. Ә иртән уға тоҙ һәм тәменсә шәкәр  өҫтәп, бешерергә генә ҡала.

 Һөттө 20  минут самаһы  йоҡа ҡатлы кәстрүлдә ҡайнатһаң, ул ҡыҙыл төҫкә инә. Унан шулай ряженка яһарға мөмкин.

 Һепертке сыҙамыраҡ булһын өсөн, уның конуслы өлөшөнә эластик бинт кейҙерәләр. Ошолай эшләгәндә, сыбыҡтары һынмаясаҡ.

 Кер йыуа торған  автомат машинаның  стеналарына юшҡын ултырһа, уны һеркә ҡушылған һыу менән йыуалар  йәки лимон кислотаһы һалып эшләтеп алалар.

Аш бүлмәһендәге таҫтамалдарҙы таҙартыу өсөн тәҙә уларға кер һабыны һөртөгөҙ ҙә, ағартҡыс һалынған эҫе һыуға ебетергә һалығыҙ. 10-15 минуттан  йыуып алырға ла була. Ныҡ бысранғандарын өс ҡалаҡ водород перекисын биш литр һыуға өҫтәп, ошо эретмәлә 30- 40 минут ебетегеҙ. Һуңынан кер һабыны менән ышҡып йыуығыҙ.

 Бүлмәлә төтөн еҫен бөтөрөү өсөн губка элеп ҡуйырға кәрәк.

 Яңы һатып алынған келәмде 1,5– 2 ай саң һурғыс менән таҙартырға ярамай. Уны еүеш сепрәк уралған һепертке менән һеперегеҙ.

 Аш бешергәндә һурпаға һуған  һалһаң, ул үтә күренмәле була.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас