Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2025, 09:00

"Ете ҡыҙ" яугирҙарҙы онотмай

Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.

"Ете ҡыҙ" яугирҙарҙы онотмай"Ете ҡыҙ" яугирҙарҙы онотмай
"Ете ҡыҙ" яугирҙарҙы онотмай

"Ете ҡыҙ" йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барҙы.

"Йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләйсан Рабаданова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Эльмира Юлдашева һәм Ришат Рәхимов, водитель һәм үҙешмәкәр йырсы Рөстәм Ниғмәтуллин Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында урынлашҡан хәрби берләшмәләрҙә булды. Ирекмәндәр иң тәүҙә "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһына сәфәр ҡылды. Һалдаттар яҡташтарын ихлас ҡаршыланы, тыуған яҡтан килгән күстәнәстәрҙе шатланып ҡабул итте. Яланда ҡуйылған концерт бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Луганскиҙа урынлашҡан хәрби госпиталдә Башҡортостан вәкилдәрен һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Был юлы ла шулай булды. Унда ҡуйылған концерт яралы һалдаттарға көс, дәрт, ышаныс өҫтәне. Улар ижадсыларҙың сығышын ихлас алҡышланы, ҡушылып йырлап ултырҙы. Ирекмәндәр Светлодарск госпиталенә лә сәфәр ҡылды. Унда дауаланған яугирҙар, уларға ярҙам күрһәткән медицина белгестәре йылы осрашыу ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе. Нисек кенә булмаһын, ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә бит. Ир-егеттәр Башҡортостан халҡы әҙерләгән күстәнәстәр өсөн сикһеҙ ҡыуанды. Бигерәк тә татлы сәк-сәк өсөн рәхмәт әйтеүселәр күп булды. Амвросиевка ла "Ете ҡыҙ" өсөн яҡшы таныш. Унда шайморатовсылар хеҙмәт итә. Волонтерҙар Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән хәрби берләшмәлә булып, концерт тәҡдим итте. Башҡортостан күстәнәстәрен, яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар тапшырҙы. Гуманитар ылау туплауҙа күп район һәм ҡалалар ҡатнашты. Ватан һаҡсыларына ярҙам иткән һәр кемгә, айырыуса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Өфөләге 194-се балалар баҡсаһына, Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы халҡына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр йортҡа, һәр ғаиләгә яугирҙарыбыҙҙың ҡайнар һәм һағынышлы сәләмдәрен еткерәбеҙ. Хәрбиҙәребеҙ тылдың көсөнә таяна һәм ышана. Улар фронтта Еңеү өсөн тир һәм ҡан түгә. Беҙ ҙә һынатмайыҡ! Ватан һаҡсыларына ярҙам итәйек", - тип хәбәр итә "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы.

 

Фото: "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы.

"Ете ҡыҙ" яугирҙарҙы онотмай
"Ете ҡыҙ" яугирҙарҙы онотмай
"Ете ҡыҙ" яугирҙарҙы онотмай
"Ете ҡыҙ" яугирҙарҙы онотмай
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас