Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2025, 08:55

Афарин, София!

Өфөнөң 93-сө гимназияһы уҡыусыһы София Салангина Климатты үҙгәртеү һәм экология буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңеүселәр исемлегенә индерелгән. Яҡташыбыҙ ҡалалағы үҫемлектәрҙең мөхитте таҙартыуҙағы роле тураһындағы эше менән ҡатнашҡан. Бөгөн оператив кәңәшмәлә ҡыҙҙы һәм уның остаздарын БР Башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне.

Афарин, София!Афарин, София!
Афарин, София!

Физик-математик лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы ҡала шарттарында үҫемлектәрҙең углекислый газдан таҙартыу роле тураһында ғилми эш яҙған.

София Салангина экологик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, макулатура ла йыя, акцияларҙа волонтер булараҡ ҙур өлөш индерә.

Әйткәндәй, был олимпиада "Экологик именлек" милли проекты маҡсаттарына тура килә. "Бөтә заданиены яҡшы эшләремә ышандым, проектымды ла уңышлы яҡлай алдым. Тик барыбер еңеүемде көтмәгәйнем", - ти уҡыусы.

Башҡортостан Башлығы Софияға, уның биология уҡытыусыһы Анна Вайнға, Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелеваға БР Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Фото: национальныепроекты.рф, БР Башлығы сайтынан.

Афарин, София!
Афарин, София!
Афарин, София!
Афарин, София!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас