

Һуңғы йылдарҙа төбәктә урта һөнәри белем алырға теләгән мәктәп тамамлаусылар һаны һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. Әгәр былтыр колледждарҙы 9-сы синыфты тамамлаусыларҙың 61 проценты һайлаһа, быйыл иһә 66,1 процент ( 34 меңдән ашыу кеше). Быйыл урта һөнәри белем биреү программалары буйынса ҡабул итеү 2 мең бюджет урынына арттырылған. Уларҙың төп өлөшө машиналар эшләү тармағының (1500 урын), һаулыҡ һаҡлауҙың (250 урын), ИТ-йүнәлештең (100 урын), энергетиканың (50 урын), химия тармағының (50 урын), пилотһыҙ авиация системалары тармағының (50 урын) кадрҙар ихтыяжын бөтөрөүгә йүнәлтелгән.
2025/2026 уҡыу йылына колледждарға бөтәһе 24,3 мең бюджет урыны булған. Уларға беренсе сиратта 43 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының 1137 балаһы ҡабул ителгән.