Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2025, 05:00

Тынысланыу, нервыларҙы нығытыу өсөн

Бөтә ауырыу – нервынан, тиҙәр. Шифалы үҫемлектәр төнәтмәһе һеҙгә тынысланырға һәм нервы системаһын нығытырға ярҙам итер.

Тынысланыу, нервыларҙы нығытыу өсөнТынысланыу, нервыларҙы нығытыу өсөн
Тынысланыу, нервыларҙы нығытыу өсөн

 Бесәй үләне төнәтмәһе – 100 мл

Эвкалипт төнәтмәһе – 50 мл

Пион төнәтмәһе – 100 мл

Арыҫлан ҡойроғо төнәтмәһе – 100 мл

Бөтнөк үләне төнәтмәһе – 25 мл

Барыһын бергә бутап, ике аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйырға, тик болғатып торорға кәрәкмәй.

Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр 15 – 20 тамсыны һыуға ҡушып эсергә.

Иҫкәрмә!

Ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға, 12 йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ көн һайын руль артында йөрөүсе водителдәргә һәм ҡатнашманың берәй компонентына аллергияһы булғандарға эсергә ярамай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас