Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2025, 12:30

Турист ҡаянан осҡан

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Нуриман районына ял итергә килгән 32 йәшлек ирҙе "Ҡыҙыл ҡаялар"ҙа бәлә һағалаған. 

Турист ҡаянан осҡан
Турист ҡаянан осҡан

Ул кисә ҡыҙы менән ҡаяла йөрөгәндә тайып китә һәм 40 метр бейеклектән ҡолай.

Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм медиктар килә. Альпинист ҡорамалдары ярҙамында ҡотҡарыусылар зыян күреүсе янына төшә, беренсе ярҙам күрһәтә һәм ирҙе ашығыс ярҙам автомобиленә тиклем килтерәләр. Бындай фажиғә "Ҡыҙыл ҡаялар"ҙа быйыл өсөнсө тапҡыр теркәлә. Уларҙың береһе үлем менән тамамланды.

Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Тауҙарҙа бәләгә тарымаҫ өсөн уңайлы, таймай торған аяҡ кейеме кейегеҙ һәм ҡая ситенә яҡын бармағыҙ. Бигерәк тә һауа торошо боҙолған осраҡта иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Турист ҡаянан осҡан
Турист ҡаянан осҡан
Турист ҡаянан осҡан
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас