Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентября 2025, 08:00

Тәмәкенән сыҡҡан ут

Кем гаражда тәмәке тарта, ҡул күтәрегеҙ? Үлем менән шаяраһығыҙ бит...  Дүртөйлөлә фажиғәле осраҡ теркәлгән.

Тәмәкенән сыҡҡан утТәмәкенән сыҡҡан ут
Тәмәкенән сыҡҡан ут

35 йәшлек ҡатын гараждағы ваҡиғанан һуң дауаханаға оҙатыла: әлегә билдәле булыуынса, тәмәке тартыу ваҡытында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бензин парҙары ялҡыныуынан уның тәне янған. Хәле бик ауыр.

Был факт буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тикшереү үткәрә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

Бер ҡасан да гаражда, цехта, газ баллондары, яғыулыҡ канистралары янында тәмәке тартмағыҙ. Бензин, иреткестәр, газ парҙары һауанан ауырыраҡ, шуға ла иҙән буйында йыйылыуы ихтимал. Ут тоҡанһын өсөн зажигалканан йәки тәмәкенән бер осҡон да етә.

Бер ҡасан да түшәктә, диванда тәмәке тартмағыҙ, бигерәк тә арыған йәки алкоголь эскән булһағыҙ. Йоҡлап китһәгеҙ, башҡаса һис ҡасан уянмауығыҙ мөмкин.

Шырпыларҙы һәм зажигалкаларҙы балаларҙан алыҫыраҡ һаҡлағыҙ.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас