Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2025, 12:21

Ҡот осҡос хәл...

Йәш водитель арҡаһында 49 йәшлек водитель ҡатындың ғүмере өҙөлгән...

Ҡот осҡос хәл...Ҡот осҡос хәл...
Ҡот осҡос хәл...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн Благовещен-Павловка автомобиль юлының 28-се саҡрымында булған. Әлегә билдәле булыуынса, 19 йәшлек водитель "ВАЗ-2114" автомобилендә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, унда һулға боролған "Лада Гранта" менән бәрелешә.

Авария һөҙөмтәһендә "Лада Гранта" водителе, 49 йәшлек ҡатын, ауыр йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк була.

"ВАЗ" автомобиле водителе һәм уның ике бәлиғ булмаған пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән медицина учреждениеһына килтерелгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһының нескәлектәре асыҡлана.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001239180472

Видео: https://web.telegram.org/a/#-1001095950024

Ҡот осҡос хәл...
Ҡот осҡос хәл...
Ҡот осҡос хәл...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас