Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2025, 06:00

Беҙҙекеләр еңеүсе!

Өфөлә "IBA/PRO9МЕЛБЕТ" профессиональ бокс кисәһе үтте. 

Беҙҙекеләр еңеүсе!Беҙҙекеләр еңеүсе!
Беҙҙекеләр еңеүсе!

26 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайы майҙансығында үткән "IBA/PRO9МЕЛБЕТ" профессиональ бокс кисәһендә булды. Турнир алты илдән 12 спортсыны йыя. Улар иҫәбендә - Башҡортостан вәкилдәре Азалия Әминева, Артур Собханҡолов, Данис Ғабдрафиҡов һәм Бекхан Исраилов.

90,7 килограмм ауырлыҡ категорияһында Белореттан Бекхан Исраилов Ирандан Иман Рамезанпурҙы еңә.

66,7 килограмм ауырлыҡ категорияһындағы алышта Ҡаҙағстандан Темиржан Баймолданы техник нокаут менән еңгән өфөлө Данис Ғабдрафиҡов еңеү яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 67 килограмм ауырлыҡ категорияһында Октябрьскийҙан Азалия Әминева Төркиә спортсыһы Неслихан Моллаоглуны еңә.

61,2 килограмм ауырлыҡ категорияһында Өфө егете Артур Собханҡолов менән Краснодар егете Тигран Узлян араһындағы алыш кисәнең төп ваҡиғаларының береһе булды. Башҡортостан боксеры үҙенең дәғүәсеһен еңеп сыға һәм еңел ауырлыҡта WBA Continental титулын яулай.

Радий Хәбиров шәхсән Артур Собханҡоловты еңеүҙәре менән ҡотланы.

- Был профессиональ, иң яҡшы бокс кисәһе, унда сит ил һәм беҙҙең республика спортсылары сығыш яһай. Беҙ артабан да бында, Көрәш һарайында, төрлө ҙур халыҡ-ара ярыштар үткәрәсәкбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы.

Мәғлүмәт һәм фотолар рәсми сайтта: https://glavarb.ru/ru/news/event/v-ufe-proshyol-vecher-professionalnogo-boksa-IBAPRO9melbet-82251/

Фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/v-ufe-proshyol-vecher-professionalnogo-boksa-IBAPRO9melbet-82251/

Беҙҙекеләр еңеүсе!
Беҙҙекеләр еңеүсе!
Беҙҙекеләр еңеүсе!
Беҙҙекеләр еңеүсе!
Беҙҙекеләр еңеүсе!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас