Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентября 2025, 10:30

Ҡарлы ямғыр яуасаҡ!

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан иҫкәртеү килеп етте.

Ҡарлы ямғыр яуасаҡ!Ҡарлы ямғыр яуасаҡ!
Ҡарлы ямғыр яуасаҡ!

Республикала болотло һауа торошо көтөлә, тиелә рәсми хәбәрҙә:

- Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, төньяҡ-көнсығышта - ҡарлы ямғыр.

Ел төньяҡтан 5-10 м/с. Һауа температураһы төндә 0,+5°, урыны менән -3° тиклем һыуыта, көндөҙ +7,+12°.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы айырым иҫкәртә:

- электр приборҙарын һәм газ ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә;

- мейестәрҙе, йылытҡыстарҙы, айырыуса төндә, ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;

- водителдәргә тиҙлек режимын үтәргә, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә онотмаҫҡа.

Ғәҙәттән тыш хәлдә 112-гә шылтыратығыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас