Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2025, 14:00

ВАҠЫТ ЕТМӘЙ

Ирек Ғабдрахманов һүҙҙәре һәм көйө.

ВАҠЫТ ЕТМӘЙВАҠЫТ ЕТМӘЙ
ВАҠЫТ ЕТМӘЙ

Әллә тормош… Әллә йәшәү шундай,
Ғүмер буйы ваҡыт етмәй шул.
Йәшәү өсөн ерҙә тырышабыҙ —
Ваҡыт етмәй, кеше китмәй ул.

Ҡушымта:
Ваҡыт етмәй яҡын кешеләргә,
Йылы һүҙҙәр менән өндәшергә.
Бар булғаны менән риза булып,
Аллаһ теләгәнсә йәшәргә.

Ваҡыт етмәй ҡайсаҡ йоҡларға ла,
Ҡайнар ашты тәмләп ҡабырға.
Ашығабыҙ… белмәй ҡиблаларҙы,
Ҡай тарафтан ғына табырға?

Ҡушымта:
Ваҡыт етмәй яҡын кешеләргә,
Йылы һүҙҙәр менән өндәшергә.
Бар булғаны менән риза булып,
Аллаһ теләгәнсә йәшәргә.

Ваҡыт етмәй ата-әсәйҙәрҙе
Иҫән саҡта ҡайтып күрергә.
Йәнгә ауыр йөктәр йыйып алып,
Зарланабыҙ яҙмыш - дәүергә.

Ҡушымта:
Ваҡыт етмәй… Тик уфтанмайыҡ әле…
Ҡайғы еле генә иҫмәһен.
Бар нәмәгә ваҡыт етмәгән кеүек,
Китергә лә ваҡыт етмәһен.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас