

42 йәшлек Л. Төркиәләге отелдәрҙең береһенә отпускыһында ял итергә бара. Диңгеҙҙә йөҙгәндә ҡатын ҡалҡыуыстарҙан аша сығып китә. Шул мәлдә уның өҫтөнән юғары тиҙлектә парасейлинг катеры үтеп китә . Шаһиттар шунда уҡ ҡотҡарыусыларҙы һәм табиптарҙы саҡыра, әммә туристы ҡотҡара алмағандар.
Катер капитаны һәм компания хужаһы ҡулға алынған. Урындағы хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү башлаған.
Мәрхүмәнең туғандары илселек менән бергә документтар әҙерләү менән шөғөлләнә.
Яҡташыбыҙ йыш ҡына яңғыҙы сәйәхәт иткән, Төркиәгә тәүге тапҡыр барыуы түгел. Белеме буйынса ул – бухгалтер, һөнәре буйынса бер нисә компанияла эшләгән, һуңынан һалым һәм бухгалтерлыҡ хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн шәхси предприятиеһын асҡан. Уның 20 йәшлек ҡыҙы ҡалған.