Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2025, 04:30

Шок!? Мәктәп янында ҡатын-ҡыҙға айыу һөжүм иткән!

Ярай был ваҡытта балалар булмаған.

Шок!? Мәктәп янында ҡатын-ҡыҙға айыу һөжүм иткән!Шок!? Мәктәп янында ҡатын-ҡыҙға айыу һөжүм иткән!
Шок!? Мәктәп янында ҡатын-ҡыҙға айыу һөжүм иткән!

25 сентябрь иртәһендә Петропавловск-Камчатскиҙа мәктәп биләмәһендә бер ҡатын-ҡыҙға айыу һөжүм итә.
Дмитрий исемле ир ҡот осҡос хәлде фатирының тәҙрәһенән күреп ҡала, тип яҙа РЕН ТВ.
Дмитрий әйтеүенсә, тәүҙә нимәлер булыуын эте һиҙеп ҡалып өрә башлай. Шунан Дмитрийҙың ҡатыны тәҙрәнән мәктәп стадионында айыуҙың ҡатынды өҙгөләүен күреп ҡала.
- Иртәнге аш әҙерләй инем. Ҡатыным "айыу" тип ҡысҡырған йүгереп барып ҡараһам. Ҡатынды өҙгөләнгән йыртҡысты күреп ҡалдым. Шул мәл бында мылтыҡ тотҡан һунарсы килеп сыҡты. Айыу уға табан йүгерҙе, ул йыртҡысҡа бер нисә тапҡыр атып, саҡ үлтерҙе. Йәшәгән айыу ине ул, - ти шаһит ир.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, айыуҙар ҡала буйлап йөрөй һәм халыҡты ҡурҡытып тота.
Йыртҡыс өҙгөләнгән ҡатынды ҡотҡара алмағандар, ул үлгән, тиелә хәбәрҙә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас