

Ҡышҡылыҡҡа борщ әҙерләү өсөн 1 кг һуған, 1 кг кишер, 2 кг сөгөлдөр, 2 кг помидор, 0,5 кг татлы борос, 1 баш һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 250 мл үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ төйөлгән ҡара борос, 3 лавр япрағы, 5 ҡалаҡ шәкәр, 70 мл аш һеркәһе кәрәк.
Һуған менән кишерҙе үҫемлек майында ҡыҙҙырғас, уға туралған татлы борос ,помидор, ҡырылған сөгөлдөрҙө , томат пастаһын һалып, ярты сәғәт бешерергә. Бешеп сығыр алдынан ваҡ итеп туралған һарымһаҡ, лавр япрағы, борос, шәкәр, аш һеркәһе һалырға. 5 минут ҡайнағас, ҡатнашманы стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябырға.
0,7 литрлы ун банка борщ сыға.
Фото: ru.pinterest.com