

Өфөлә йәшәгән ир 2014 һәм 2025 йылда ике кешене үлтереүе өсөн суд алдына баҫасаҡ.
Башҡортостан Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 11 майында 47 йәшлек ир ғәйепләнеүсегә ҡунаҡҡа килгән.
Эске ваҡытында ирҙәр араһында ыҙғыш ҡуба. Йорт хужаһы ҡунаҡты үлтергәнсе туҡмай.
Ғәйепләнеүсе, яуаплылыҡтан ҡурҡып, кәүҙәне тураҡлаған һәм ҡалдыҡтарҙан ҡотолорға ниәтләгән, әммә өлгөрмәгән. Бер аҙнанан һуң уның ятаҡ бүлмәһенә хоҡуҡ һаҡсылары килә, сөнки күрше ҡатын ауыр еҫкә зарлана. Шунда полиция хеҙмәткәрҙәре мәйет ҡалдыҡтарын таба һәм быға тиклем үлтереү өсөн хөкөм ителгән хужаны ҡулға ала.
Тикшереү барышында ғәйепләнеүсенең 41 йәшлек ирҙең үлемендә лә ҡатнашлығы булыуы асыҡлана. 2014 йылда уның тәненең өлөштәре Саҡмағош урамындағы производство ангарының береһендә табыла. Асыҡланыуынса, өс ир дөйөм ятаҡ бүлмәһендә спиртлы эсемлектәр эсә. Конфликт барышында хужа ҡунаҡтарҙың береһен үлтерә (икенсеһе ҡасып китә). Йорт хужаһы мәйетте тураҡлап, йәшерә.
"Тикшереү һөҙөмтәһендә етерлек дәлилдәр базаһы йыйылған, шуға бәйле яҡын арала енәйәт эше раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән судҡа ҡарау өсөн ебәреләсәк", - тиелә Башҡортостан Тәфтиш комитетының рәсми хәбәрендә.