Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2025, 05:35

Парламенттың көҙгө сессияһында тәүге пленар ултырыш асылды

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары 25-се ултырышҡа йыйылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша.

Парламенттың көҙгө сессияһында тәүге пленар ултырыш асылдыПарламенттың көҙгө сессияһында тәүге пленар ултырыш асылды
Парламенттың көҙгө сессияһында тәүге пленар ултырыш асылды

Көҙгө сессияның тәүге пленар ултырышына ҡунаҡ булараҡ "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар проекты финалсылары һәм Өфөнөң 116-сы мәктәбе кадеттары саҡырылған.

Көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә индерелгән, уларҙың күбеһе закон проекттарына бәйле.

Ултырыш алдынан "Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында" тигән темаға "Хөкүмәт сәғәте" үтте.

RuTube-каналында онлайн-трансляция бара.

Фото: БР ДЙ - Ҡоролтай сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас