Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2025, 12:00

Айыуҙы осратһағыҙ, ни эшләргә?

Иң мөһиме, йүгереп ҡасмағыҙ!  БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Алексей Чипчев ҡырағай хайуандар менән осрашҡанда үҙеңде нисек тотоу тураһында һөйләне.

Айыуҙы осратһағыҙ, ни эшләргә?Айыуҙы осратһағыҙ, ни эшләргә?
Айыуҙы осратһағыҙ, ни эшләргә?

Айыу менән осрашҡанда нимә эшләргә?

Ҡурҡмағыҙ. Ҡасмағыҙ. Уға әйбер ташламағыҙ. Күҙенә ҡарамағыҙ.

Яйлап артҡа сигенегеҙ, артығыҙ менән боролмағыҙ.

Үҙеңдең тыныслығың өсөн ҡалын тауыш менән: "Мин - кеше. Мин китәм", - тип әйтергә мөмкин.

Үҙегеҙҙе визуаль яҡтан ҙурыраҡ итеп күрһәтегеҙ - ҡулдарҙы, рюкзак йәки куртканы күтәрегеҙ.

Хайуандарҙы көслө тауыштар ҡурҡыта. Урманда булғанда музыканы яңғыратып тыңларға, ҡысҡырып һөйләшергә мөмкин.

Әгәр мышыны осратһағыҙ:

Яҡындағы ағас артына йәшеренергә тырышығыҙ.

Хайуандың китеүен көтөгөҙ.

Әгәр ҡабанға тап булһағыҙ:

Иң яҡындағы ағасҡа үрләгеҙ.

Хәүеф үткәнсе шунда ҡалығыҙ.

Тораҡ пунктында ҡырағай хайуан менән осрашҡанда:

Шулай уҡ тыныслыҡты һаҡларға кәрәк.

Хайуанды ҡурҡытырға тырышма, уға әйберҙәр ташлама.

Иң яҡшыһы хәүефһеҙ урынға инеү.

Фото һәм видео: ЦУР.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас