Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2025, 11:25

Айҙың 15-нә тиклем түләргә мөмкин

Башҡортостанда 2026 йылдың 1 мартынан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инә.

Айҙың 15-нә тиклем түләргә мөмкинАйҙың 15-нә тиклем түләргә мөмкин
Айҙың 15-нә тиклем түләргә мөмкин

Республиканың Торлаҡ -коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙгәрештәр федераль закон менән ҡаралған.

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн  айҙың 15 -тиклем түләйәсәк. Түләү документтары ҡулланыусыларға айҙың 5-се көнөнән дә һуңға ҡалмайынса тапшырыласаҡ.

Әлеге ваҡытта башҡа ваҡыттар ғәмәлдә: айҙың 10-на тиклем бурыс менән иҫәпләшергә кәрәк, ә түләүҙәр 1-нә  тиклем килергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта идара итеүсе компаниялар был процедуралар өсөн үҙ ваҡытын билдәләргә хоҡуҡлы була.

Яңы закон коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡытын һәм бөтә ил буйынса түләү документтарын ҡабул итеүҙе берләштерә. 2026 йылдың мартынан идара итеүсе компаниялар түләүҙең үҙ ваҡытын билдәләй алмаясаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас