

Геннадий Разумикин 25 сентябрҙә республика Дәүләт Йыйылышы ултырышында мобиль интернетты ҡасан һүндереүҙәрен аңлатты.
- Был хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм элемтә операторҙарының үҙ-ара туранан-тура эш итеүе мәсьәләһе. Беренсе сиратта, әлбиттә, стратегик объекттар һаҡ аҫтына алына. Әммә, мәҫәлән, Иркутскиҙағы кеүек, БПЛА менән бәйле хәл булырмы-юҡмы икәнен бер кем дә алдан әйтә, күҙаллай алмай. Шуға күрә, хәүеф янаған осраҡта, бөтә республика территорияһында мобиль интернет тулыһынса һүндерелә. Йәғни һуңғы өс осраҡта был ҡайһы бер урындарҙа ғына түгел, ә тулыһынса һүндерелде, - тип аңлатты министр.
Башҡортостан халҡына мобиль интернетты һүндергәндә үҙең менән ҡулаҡса йөрөтөргә кәңәш ителде. Был турала 25 сентябрҙә республика парламентының 25-се ултырышында БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, граждандарҙы һәм стратегик предприятиеларҙы яҡлау өсөн мобиль интернетты һүндереү кеүек саралар ҡулланыла, шул уҡ ваҡытта ул мәлдә ҡайһы бер сервистар эшләй.
- Ике аҙна тиерлек Рәсәй Федерацияһы территорияһында "аҡ исемлек" эшләй. Исемлектә, әйтәйек, Яндекс сервистары, шул иҫәптән такси һәм аҙыҡ-түлек, тауар килтереү, иң ҙур банктарҙың сервистары, ВКонтакте, шулай уҡ милли мессенджер Макс бар. Һәм был исемлек, ул тулыһынса түгел, даими рәүештә тулыландырыла. Бында федераль һанлы үҫеш министрлығына ҙур рәхмәт әйтергә кәрәк, ул был сараларҙың ҡайһы берҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органдарына нигеҙләп аңлата алды. Әлбиттә, ҡайһы бер проблемалар ҡала, мәҫәлән, тауарҙар йәки хеҙмәттәр өсөн түләү. Быны барыһы ла аңлай, һәм бының өҫтөндә эш алып барыла. Әммә шулай ҙа үҙегеҙ менән ниндәйҙер күләмдә ҡулаҡса йөрөтөргә кәңәш итер инем, - тип белдерҙе Геннадий Разумикин.
Фото: https://it.bashkortostan.ru/presscenter/news/753310/