Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2025, 06:20

0 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Эҫе көндәрҙе һалҡындар алмаштыра, ти синоптиктар.

0 градусҡа тиклем һыуытасаҡ0 градусҡа тиклем һыуытасаҡ
0 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көндөҙ йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ + 10, +15 градус, көньяҡта +20, +25.

Йома, 26 сентябрҙә, урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1,+6 градус, көньяҡ-көнсығышта +11, көндөҙ +8,+13, көньяҡ-көнсығышта +18 градус.

Шәмбе, 27 сентябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0,+5 градус, көндөҙ +7,+12.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас