Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2025, 10:50

Шок!

Өфө эргәһендәге Зубово ауылында ир менән ҡатындың кәүҙәләре табылған.

Шок!Шок!
Шок!

Фараз буйынса, ир ҡатынын үлтерә, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һала. Тәфтиш комитетында был хәлде раҫланылар, тиелә Ufa1 сайтында.

Сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ир менән ҡатындың мәйетен өлкән балалары тапҡан (кесеһе шул ваҡытта туғандары янында була). Үлгән ҡатынға 42 йәш, уның вахтала эшләгән иренә - 44.

Улар йыш ирешеп-талашҡан. 

- Өфө районының Зубов ауылында ир менән ҡатындың фатирҙағы үлеме сәбәптәре асыҡлана. Енәйәт эше сиктәрендә үлгән ирҙең ҡатынын үлтереүгә ҡыҫылышы тикшерелә, - тип аңлатма биргәндәр тикшереү комитетында.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас