

Уҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 18 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Өфөнән 75 йәшлек пенсионер ҡатын үҙенең элекке эш урынынан предприятие директоры булып сығыш яһаған мутлашыусыларға 3 миллион һумға яҡын аҡса биргән. Енәйәтселәр ҡатынды, элекке хеҙмәткәрҙәрҙең дошмандарҙы финанслауҙары арҡаһында тикшереү үткәрелә, тип алдаған. Муттарға ышанған ҡатын уларҙың талаптарын үтәгән...
Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә 28 йәшлек егет мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уға "медицина страховкалау фонды", "Дәүләт хеҙмәттәре" һәм "Үҙәк банк" вәкилдәре шылтырата. Медполисты оҙайтыу һәм мутлыҡ операцияларын булдырмау һылтауы менән аферистар унан 1,5 миллион һум самаһы аҡса ала.
Баш ҡалала йәшәүсе 42 йәшлек ҡатын өҫтәмә килем эҙләп 1,5 миллион һум аҡсаһынан мәхрүм булған. Интернет селтәрендә ставкалар һәм килешеүҙәр буйынса аҡса эшләү тураһындағы тәҡдимде ҡатын мессенджерҙа инвестиция буйынса белгестән алған. Бер ай дауамында ғариза биреүсе аҡса һала, әммә һөҙөмтәлә кәкре ҡайынға терәлә.
Туймазыла йәшәүсе 33 йәшлек ғариза биреүсегә почта, банк һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре шылтырата. Ҡыҙ хатты алыу, кредитты рәсмиләштереүҙе булдырмау һәм аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн 600 мең һумдан ашыу аҡсаһын билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу һәм һаҡ булығыҙ! Таныш булмаған кешеләрҙән килгән шылтыратыуҙарға һәм смс-хәбәрҙәргә ышанмағыҙ, шикле ҡушымталар ҡуймағыҙ һәм билдәһеҙ иҫәп-хисапҡа аҡса күсермәгеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.