Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2025, 09:00

"Ыстағәфирулла... һинме ул был видеола?!"

"Һинме ул был фотола?", "Видеола һинме?" - һеҙгә ошондайыраҡ йөкмәткеле смс-тар килмәнеме әле, дуҫтар? Килеүе лә ихтимал.  Сираттағы мутлыҡ хаҡында һүҙебеҙ: 

"Ыстағәфирулла... һинме ул был видеола?!""Ыстағәфирулла... һинме ул был видеола?!"
"Ыстағәфирулла... һинме ул был видеола?!"

Стәрлетамаҡта йәшәгән 47 йәшлек иргә билдәһеҙ контакттан: "Видеола һинме ул?" тигән хәбәр килә. Ир хәбәрҙә күрһәтелгән һылтанма буйынса инеп ҡарай (ҡыҙыҡһыныусанлығы өсөн ғәйепләргә ашыҡмағыҙ, ундай ғына нәмә һәр беребеҙҙә барҙыр, моғайын да).

Ҡыҫҡаһы, ир ҡушымтаға инеүе була, телефоны, русса әйтмешләй, "зависать" итә башлай һәм уның исеменән мессенджерҙа шундай уҡ текст менән уның бөтә контакттарына һылтанма ебәрелә.

Ир шунда уҡ ҡушымтаны юя. Әммә шул ике арала муттар уның банк карталарынан 40 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлап өлгөрә.  

Аферистарҙың ҡорбаны полицияға мөрәжәғәт иткән. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Иптәштәр, полиция һәр беребеҙҙе ныҡлап иҫкәртә, зинһар, кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ әле: 

- Таныш булмаған һылтанмаларға баҫмағыҙ.

- Шикле файлдарҙы хатта таныш контакттарҙан килгән смс-тарҙа ла асырға ярамай.

- Тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан ҡушымталар ҡуймағыҙ.


- Был схема тураһында туғандарығыҙға һәм таныштарығыҙға хәбәр итегеҙ. 

Башҡа яңылыҡтар:

Мәктәп автобусы водителе иҫерек килеш тотолған: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-23/atay-u-yshma-y-ki-uyyndan-uyma-4398534

Ә был яҙма бандиттар хаҡында: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-23/bandittar-a-nis-yyl-birer-r-ik-n-4398616

Ҡыҫалаларҙың башына етеүсе тураһында ла яҙҙыҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-23/y-alalar-t-yybat-a-t-shk-n-d-4398631

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242

 

"Ыстағәфирулла... һинме ул был видеола?!"
"Ыстағәфирулла... һинме ул был видеола?!"
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас