Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2025, 13:00

Солянка

Солянка өсөн 500 г кәбеҫтә, 200 г ҡыяр, 200 г һуған, 1 татлы борос, 700 мл томат һуты (томат пастаһынан әҙерләйһең), 2 ҡаш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан көнбағыш майы, 10 бөртөк ҡара борос, 1 аш ҡалағы аш һеркәһе  алына.     

СолянкаСолянка
Солянка

 

 Кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, һуғанды шаҡмаҡлап турап, ҡалын төплө кәстрүлдә йәки ҡаҙанда көнбағыш майы менән ҡыҙҙырабыҙ. Уның өҫтөнә шаҡмаҡлап туралған кәбеҫтә , ҡыяр, ҡара һәм татлы  борос, тоҙ, шәкәр ҡомо, томат һуты һалабыҙ һәм 45 минут һүрән утта бешерәбеҙ. Уттан алыр алдынан аш һеркәһе өҫтәйбеҙ.

 

 

Фото: tr.pinterest.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас