Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2025, 09:30

"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!

Юҡ, был ҡотойҙар туҡтай белмәй! Йә "Олотау йыйыны" менән бөтә Рәсәйгә шаулай, йә тағы берәй нимә уйлап сығара... Мәҫәлән, хәҙер беҙҙе "Ҡотой фырттары" менән шаҡ ҡатырмаҡсы! Геү килеп әҙерләнә ауыл халҡы был турнирға!

"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!
"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!

11 октябрҙә Учалы районы Ҡотой ауылында беренсе "Ҡотой фырттары" футбол турниры үтәсәк. 

Унда ошо ауыл менән туранан-тура бәйле булған кешеләрҙән йыйылған һигеҙ команда ҡатнаша. 

Ҡотой ауылында тыуып-үҫкән, урындағы мәктәптә уҡыған, шулай уҡ ата-әсәләре йәшәгән, ата-бабаларының тамыры шул ергә береккән балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар - бөтәһе лә майҙанға сыға! 

Турнирҙың атамаһы ла осраҡлы түгел. Күп йылдар инде Ҡотой халҡын "Ҡотой фырттары" тип атайҙар. Йәғни үтә текә заттар. Элек был ауылда урта мәктәп, клуб, китапхана, медпункт, быуа булған, ә ҡасандыр хатта һыу тирмәне эшләгән. Беренсе "Олотау Йыйыны"нда ауылдың төп командаһы ошо исем аҫтында сығыш яһай.

Яҡташтарҙы туплау, быуындар бәйләнешен нығытыу өсөн ауылдаштар араһында ярышты үткәреү идеяһы күптән булған ул. Әммә майҙанға өс-дүрт кенә команда сығыр, тип шикләнгәндәр. Әммә быйыл, урындағы команданың Озёрный ауылында турнирҙа еңеү яулауынан һуң, яңынан дәртләнеп, турнирҙы уҙғарырға ниәтләйҙәр. Барыһы ла башланғысты дәррәү күтәреп ала.

Был хаҡта беҙгә "Олотау йыйыны" турнирын ойоштороусыларҙың береһе Линар Ғәлин хәбәр итте. 

Шулай итеп, дуҫтар, тиҙҙән Ҡотойҙа яңы футбол традицияһы барлыҡҡа киләсәк! Үәт, исмаһам, афариндар!

Шағирә Дилара апай Мәхмүтдинова шиғыр ҙа яҙған:

Ҡотой фырттары

Ҡотойҙың фырт егеттәре
Шундай уңған, тәүәккәл.
Йыраҡтан танып, һөйләшеп
Белешеп торалар хәл.
Уларға ҡарап һоҡланам,
Ҡаламын һәр саҡ хайран.
Йыл да Олотау буйында
Үткәрә улар байрам!
Футбол, көрәш ярыштары
Матур бара һабантуй .
Һәр береһенең күңелендә, -
Изге ғәмәл, матур уй.
Өмәләп йорт күтәрәләр,
Бар уларҙа дан кәсеп.
Тирә-яҡҡа нур тарата
Улар төҙөгән мәсет!
Йәйҙәр етһә гөрләп тора
Бындағы урман-туғай.
Зәңгәр һыуҙарын сайпылта,-
Матур йылғасыҡ - Шәғәр!
Күңелемде елкендерә
Иһ, иҫерткес яҙғы мәл
...Фырт егеттәрҙе күрәйем, -
Белешәйем әле хәл!

Д.Мәхмүтдинова.

"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!
"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!
"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!
"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!
"Ҡотой фырттары" хәтәр текә!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас