Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2025, 09:55

Лилиәләрҙе ҡасан күсереп ултыртырға?

  Лилиәләр бер урында оҙаҡ үҫһә, сәскәләре ваҡ була.

Лилиәләрҙе ҡасан күсереп ултыртырға?Лилиәләрҙе ҡасан күсереп ултыртырға?
Лилиәләрҙе ҡасан күсереп ултыртырға?

 

Лилиәләрегеҙ бер урында 3 – 4 йыл үҫкән булһа, көҙ күсереп ултыртығыҙ. Сәскәне ҡаҙып алғас, иҫке, серек тамырҙарынан таҙартығыҙ. Һуғандарын бүлегеҙ. Бик бәләкәстәре 3 – 4 йылдан һуң ғына атасаҡ. Ҡаҙып алғанда тамырҙарына зыян килтермәгеҙ. Ултыртыр алдынан бер 30 минут марганцовкалы һыуға һалып тороғоҙ.Һуғанды диаметрына ҡарағанда өс тапҡырға тәрәнерәк итеп ултырталар. Бейек сәскәләрҙең аралары 20 – 25 см булырға тейеш. Сысҡандар зарарламаһын өсөн эргә-тирәһенә дегетле һыу һибегеҙ.   

 

 

Фото: kasheloff.ru                                                                              

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас