

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр итә.
“Был награда Ватанды һаҡлау буйынса яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн тапшырыла. Еңелеүҙе белмәгән бөйөк полководсының исеме тағы ла ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Беҙҙең герой үҙенең ҡылыҡтары менән был почетлы нагрдаға лайыҡ булыуын иҫбатланы”, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Фәнүр Шәйхисламов.
Шулай уҡ командование хәрби бурыстарҙы үтәү барышында күрһәткән батырлығы, ныҡлығы һәм юғары профессионализмы өсөн “Турист” позывнойлы хәрбиҙе Рәхмәт хаты менән билдәләне.