Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2025, 15:55

Башҡортостанда ҡот осҡос фажиғә:ҡыҙы юғалған атаһын ауыр хәлдә реанимацияла таба

Хәҙер ул ғәҙеллек эҙләй.

Башҡортостанда ҡот осҡос фажиғә:ҡыҙы юғалған атаһын ауыр хәлдә реанимацияла табаБашҡортостанда ҡот осҡос фажиғә:ҡыҙы юғалған атаһын ауыр хәлдә реанимацияла таба
Башҡортостанда ҡот осҡос фажиғә:ҡыҙы юғалған атаһын ауыр хәлдә реанимацияла таба

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе ҡатын 64 йәшлек атаһының ауыр йәрәхәтләнеүенә шаһит булыусыларҙы эҙләй. Пенсионер дауаханаға оҙатылған һәм дауахананың реанимация бүлегенә ята. Был хаҡта «Панорама»гәзите яҙа.

Зыян күреүсенең ҡыҙы белдереүенсә, ул 19 сентябрҙә Седов урамындағы 56-сы йорт янында юл-транспорт ваҡиғаһында көслө йәрәхәттәр ала. Пенсионер юл аша сыҡҡан мәлдә уны автомобиль бәрҙерә, тип фараз ителә. Водитель ашығыс ярҙам саҡырмаған һәм ирҙе медицина учреждениеһына үҙе алып барған.

- Нисек шулай эшләргә була? Аварияла зыян күреүселәрҙе урынынан да ҡуҙғатырға ярамай бит. Атайым күп һанлы йәрәхәттәр алған, хәле ауыр, - тип белдерә зыян күреүсенең ҡыҙы.

Полиция юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас