Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентябрь 2025, 07:42

Уҡытыусы яҙмышында — тотош ил тарихы

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде

Уҡытыусы яҙмышында — тотош ил тарихыУҡытыусы яҙмышында — тотош ил тарихы
Уҡытыусы яҙмышында — тотош ил тарихы

Билдәле тележурналист Айгөл Усманова – Башҡортостан Республикаһының мәҙәни тормошо, мөһим ижтимағи ваҡиғалары тураһында программаларҙың авторы, алып барыусыһы. Уның «Туғанлыҡ», «Берҙәмлек» «Керәшен һыуыҡтары», «Илһам шишмәләре», «Аксаков көндәре», «Урал тауышы», «Урал моңо» Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Республикам, һиңә бағышлайым!», «ARTылыш» кеүек тапшырыуҙары тамашсылар араһында киң танылыу алған.

2000 йылдан республикала үткәрелгән Башҡорт модаһы фестивалдәрендә, «Евро – Өфө – Азия» мода форумында «Алтын тараҡ» парикмахерҙар һәм декоратив сәнғәт төбәк конкурсында комментатор була.

Талантлы журналист күберәк мәҙәниәт өлкәһендә ижад итә.  Рәсәй кимәлендә үткән ҙур-ҙур мәҙәни сараларҙы ла бик оҫта һәм лайыҡлы яҡтырта ул. Уның «Башкирская МАРКА», «Свидание с джазом» кеүек авторлыҡ программалары күптәрҙең һөйөүен яулаған. Башҡортостан рәссамдары менән ижади хеҙмәттәшлеге, улар тураһындағы тапшырыуҙары ла иғтибарға лайыҡ. 

Әммә шуны ла билдәләп үтеү кәрәк: тарих уҡытыусыһы булараҡ, Айгөл Усманова ниндәй генә тапшырыу йәки фильм төшөрмәһен, уны тарихи күҙлектән өйрәнеп, тарихи ваҡиғаларға таянып эш итә. Һуңғы эштәренең береһе бөйөк уҡытыусы Ильяс Вәлиевҡа арналған «Преодоление» документаль фильмы ла тотош ул йәшәгән дәүерҙәге ваҡиғалар менән үрелеп бара.

Айгөл Усманова – журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге БР Хөкүмәте премияһы лауреаты. Әле иһә уның «Преодоление» документаль фильмы Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителгән.

Авторҙың был эше хаҡында фекерҙәргә ҡолаҡ һалайыҡ:

Сәрүәр СУРИНА, драматург, журналист, балалар яҙыусыһы, шағирә:

– «Преодоление» сериалын тын да алмайынса, һис арымай, һис талсыҡмай ҡараным. Оло башҡорт мәғрифәтсеһе тарихын күрҙем.  Уның хаҡында ғына түгел, бөтә башҡорт зыялылары яҙмышы һәм рухи торошо хаҡында был фильм. 

 Гөлдәриә ЙОСОПОВА, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре:

– Айгөл Баһиман ҡыҙының «Преодоление» документаль фильмы Уҡытыусы тарихына арналған. Уның аша автор республика тормошондағы тотош тарихи ҡатламды ҡарай. Ысынында ул – беҙҙең замандың педагогик поэмаһы. Илһөйәрлек, белемгә ынтылыш, йәмғиәткә һәм кешеләргә файҙалы булыу теләге кеүек юғары шәхси сифаттарға эйә үҫмер быуынды тәрбиәләү кәрәклеге тураһында монолог. Фильмда республика тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғалар тураһындағы бай архив материалын урынлы файҙаланыу айырым ҡиммәткә эйә.

Айгөл Усманованың ижады юғары баһаға лайыҡ, тип иҫәпләйем һәм "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының уның кандидатураһын әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим итеүен хуплайым.

Зөлфиә ШАҺИЕВА, Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының 26-сы мәктәбе уҡытыусыһы:

– Билдәле тележурналист Айгөл Усманованың «Преодоление» фильмы ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Автор унда беҙҙең заман геройы, билдәле педагог, ғалим Ильяс Вәлиев тураһында һөйләй.  Беҙ Айгөл Усманова һәм уның геройы менән үткәнгә һәм бөгөнгөгә сәйәхәт итәбеҙ. Докуменаль сериал авторы ашыҡмай ғына беҙҙе уның бай һәм ҡыҙыҡлы тормошо менән таныштыра. Юҡҡа ғына фильм геройы итеп Ильяс Вәлиев алынмаған. Йәшәгән дәүерендә үк легендаға әүерелгән уникаль кеше ул. Бер нисә тиҫтә йыл инде мәктәп менән етәкселек итеүсе Ильяс Иштуған улы күңел ҡанаттарында кешеләргә изгелек һәм бәхет өләшә.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас